07:28 (UTC+5), 29 Октябрь 2015

Мәскәүҙә «Асыҡ инновациялар» форумында БДМУ-ның йәш ғалимдары Башҡортостан менән таныштыра

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең ВДНХ майҙансығында барған «Асыҡ инновациялар» форумында Башҡорт дәүләт медицина университетының йәш ғалимдары республика менән таныштыра. Валентин Кудряшов һәм Эдуард Ғәлләмовтың яңы эштәре студенттарҙы, интерндарҙы һәм ординаторҙарҙы уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән. Был — эндоскопия хирургияһында мануаль оҫталыҡты үҫтереү өсөн модулле программа-тренажер.
«2015 йылдың башында БДМУ-ның дөйөм хирургия кафедраһында беҙҙең тренажерҙар ярҙамында әҙерләнгән симуляция класы асылды, — тип һөйләне Валентин Кудряшов. — Университеттың хирургия кафедраларында ошондай бер нисә класс асырға һәм артабан ошо эштәрҙе белем биреү программаларына индерергә ниәтләйбеҙ».
«Асыҡ инновациялар» форумында Рәсәй һәм сит ил компанияларының яңы асыштары күрһәтелә.
Уның сиктәрендә Инновациялар шоуы, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ һәм яңы технологиялар өлкәһе эксперттарының оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. «100 инноватор» халыҡ-ара төркөмө булдырыла, унда компанияларҙың 35 йәшкәсә вәкилдәре ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика