06:38 (UTC+5), 29 Октября 2015

Баш ҡалала «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә хоккей майҙансығы асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә хоккей майҙансығы асыла. Халыҡ һайланыусылары һайлаусыларҙың наказдарын үтәүен дауам итә, тип хәбәр итә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе. Тиҙҙән Совет районында яңы спорт объекты барлыҡҡа киләсәк.
Комсомол урамындағы 37-се йортта йәшәүселәр граждандар сходында заманса балалар өсөн уйын һәм хоккей майҙансығы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар республика Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы Тимур Хәкимовҡа үҙ наказын бирҙе. «Реаль эштәр» проектын тормошҡа ашырыу барышында балалар өсөн уйын компексы йәй көнө үк ҡоролған. Хәҙер төҙөүселәр икенсе объектты ла файҙаланыуға тапшырырға әҙер. Майҙансыҡты төҙөгәндә вандализмдан һаҡлаусы заманса материалдар ҡулланылған. Йәйгеһен бында мини-футбол һәм башҡа уйындар, ҡышын хоккей уйнарға мөмкин буласаҡ.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика