13:01 (UTC+5), 28 Октября 2015

Башҡортостанда инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе «Быуын» II республика конкурсына саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Быуын» II республика конкурсына ғаризалар ҡабул итә башлауы хаҡында иғлан итте. Сара Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм «Тамыр» телеканалы ярҙамында уҙғарыла.
Бәйгелә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр ҡатнаша. Ата-әсәләр үҙҙәрен «Атай ҙа, әсәй ҙә эшләй ала» ижади конкурсында һынап ҡарай алһа, өләсәйҙәр һәм олатайҙар өсөн «Һөйлә!» тигән ярыш ойоштороласаҡ. Шулай уҡ конкурсанттарҙы «Минең быуыным!» күргәҙмә-презентацияһы һәм «Модалы ғаилә» дефилеһы көтә.
Ғаризалар 20 ноябргә тиклем igulshat2010@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә. Сара 9 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында уҙғарыла.
«Быуын» конкурсы ғаиләне, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, тәрбиә биреүҙең мәҙәни һәм милли традицияларын өйрәнеүгә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр менән тәжрибә алмашыуға йүнәлтелгән
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика