09:29 (UTC+5), 27 Октября 2015

Республикала тәүге Берҙәм миграция үҙәге асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда тәүге Берҙәм миграция үҙәге асылды. Ул Туймазы ҡалаһында урынлашҡан. Кисә үҙәкте асыу тантанаһы булды. Республиканың көнбайыш өлөшөндә йәшәгән сит ил граждандары Берҙәм миграция үҙәге хеҙмәттәре менән файҙалана аласаҡ.
Муниципалитет хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, үҙәк «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса эшләй, эш өсөн кәрәкле рөхсәт ҡағыҙҙарын бер урында алырға мөмкин. Учреждениела шулай уҡ медицина тикшереүе үтергә, уҡырға, рус теле, Рәсәй тарихы һәм Рәсәй ҡануниәте нигеҙҙәре буйынса имтихан тапшырырға була.
Башҡортостан буйынса федераль миграция хеҙмәте идаралығы начальнигы Борис Ғөзәйеров һүҙҙәренсә, Берҙәм миграция үҙәге —республикала тәүгеһе. Уның Туймазы районында асылыуы осраҡлы түгел. Бында 136 фермер хужалығында эшләү өсөн сит ил граждандары йәлеп ителә. Йәй көнө хеҙмәт мигранттарының һаны дүрт меңгә етә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика