05:52 (UTC+5), 27 Октября 2015

Евразия гуманистик форумы дөйөм кешелек ҡиммәттәрен тикшереү майҙансығы буласаҡ — Салауат Сәғитов

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 9 декабрҙән 12-нә тиклем Өфөлә Евразия гуманистик форумы уҙғарыла. Конференцияла Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Тажикстандан 2000 самаһы кеше ҡатнаша. Форум сиктәрендә республиканың баш ҡалаһында дөйөм идеология менән һуғарылған ҙур саралар ойошторола. Улар араһында Аҡмулла, Аитов, Гумилев уҡыуҙары, дискуссия клубтары, «50 ПЛЮС. Өлкән йәштең ыңғай яҡтары» күргәҙмәһе, Икенсе Халыҡ-ара «Аҡбуҙат» милли һәм этник кино фестивале һәм башҡа ваҡиғалар бар.
«Форумдың девизы: гуманизм — ул тәү сиратта кешегә һаҡсыл мөнәсәбәттә булыу һәм дөйөм кешелек ҡиммәттәре, уларҙы һаҡларға, үҫтерергә кәрәк. Сара барышында ошо темалар күтәреләсәк, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында. — Быйыл форум тәүге тапҡыр ошондай форматта үтә. Маҡсатлы аудитория — билдәле ғалимдар. Кешегә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн яҡшы майҙансыҡ буласаҡ».
Форум фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, мәғариф идеяларын популярлаштырыуға, гуманитар өлкәлә берлектәге ғилми-тикшеренеү программаларын һәм проекттарын ғәмәлгә ашырыуға, студенттарҙы һәм йәш ғалимдарҙы Евразия, ШОС илдәре мәғрифәтселеге тарихын, традицияларын өйрәнеүгә йәлеп итеүгә, берлектәге халыҡ-ара белем биреү программаларын артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән.
2015 йыл Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш йылы тип иғлан ителгәйне, был гуманистик форумда төп йүнәлештәрҙең береһе буласаҡ. «Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланған кешеләрҙе иҫкәртеү, дауалау һәм реабилитациялауҙың мөһим мәсьәләләре» тигән халыҡ-ара конференцияға Ҡытай, Ҡаҙағстан, Рәсәй һәм Иорданиянан ошо тармаҡ белгестәре килә. Осрашыу барышында медицина ҡорамалдары, дарыуҙар һәм сығым материалдары күргәҙмәһе ойошторола.
Форум сиктәрендә ҙур мәҙәни ваҡиға — Икенсе Халыҡ-ара «Аҡбуҙат» милли һәм этник кино фестивале буласаҡ. Әле конкурс һәм конкурстан тыш программалар өсөн фильмдар һайлап алыу буйынса ҙур эш алып барыла, Башҡортостандан дүрт ғариза бирелгән.
1 из 10
Форумды ойоштороусылар — Рәсәй Президенты Хакимиәтенең сит илдәр менән төбәк-ара һәм мәҙәни бәйләнештәр идаралығы ярҙамында Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте. Тулыраҡ мәғлүмәт — форумдың рәсми сайтында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика