ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙың дини лидерҙары – Кавказдың мосолмандар идаралығы башлығы Алахшукюр Пашазаде, Халыҡ-ара ислам фәне университеты профессоры (Иордания) Абдулраззак Алсаади, Истанбул мөфтөйө (Төркиә) Рахми Йаран һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән
осрашты. Ислам әһелдәре Өфөлә үткән «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» конференцияһында ҡатнашты.