10:55 (UTC+5), 26 Октябрь 2015

Декабрҙә төбәктә туғыҙ меңдән ашыу дүртенсе класс уҡыусыһы тикшереү эштәрен яҙа

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйылғы уҡыу йылынан алып Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен уҙғарыу башлана. Улар майҙың тәүге яртыһына планлаштырылған. Һынауҙа ҡатнашасаҡ 600 мең уҡыусының туғыҙ меңдән ашыуы — Башҡортостандан. Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникәева әйтеүенсә, математика һәм рус теле буйынса тикшереү эштәрен республикалағы 164 мәктәп уҡыусылары яҙа.
«Был Берҙәм дәүләт имтиханы форматы түгел. Дүртенсе класс уҡыусылары тикшереү эштәрен үҙҙәренең мәктәбендә яҙа, белемдәрен дә уҡытыусылары тикшерә. Быны йыллыҡ контроль эштәр һәм диктанттар менән сағыштырырға мөмкин», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Жанна Миникәева.
Эштәрҙең өлгөһө махсус порталда баҫыласаҡ.
Артабан Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен һәр уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса уҙғарыу ҡарала: 2016 йылда — 4 класс, 2017 йылда 4 һәм 5 кластар өсөн.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика