09:01 (UTC+5), 26 Октябрь 2015

Баш ҡалала «Өфө-Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәк төҙөләсәк урында тәүге нигеҙ ташы һалына

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә «Өфө-Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәк төҙөләсәк урында тәүге нигеҙ ташы һалына. Сара 5-6 ноябрҙә «Цзянси провинцияһының иҡтисад һәм мәҙәниәт көндәре» сиктәрендә ойошторола. Күргәҙмә, эшлекле һәм мәҙәни саралар уҙғарыу өсөн республикаға Ҡытай провинцияһының рәсми властары һәм компанияларының 200-ҙән ашыу вәкиле килә. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына «Өфө-2015 ШОС һәм БРИКС офис төркөмө» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәте һәм киң коммуникациялар департаментында хәбәр иттеләр.
Башҡортостандың Ҡытай партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу белдергән эшҡыуарлыҡ даирәләрен «Цзянси көндәре»ндә ҡатнашырға саҡыралар. Ҡытайҙан төҙөлөш, машиналар эшләү, ауыл хужалығы, сауҙа, аҙыҡ-түлек һәм еңел сәнәғәт өлкәһендә махсуслашҡан белгестәр килә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, эшлекле осрашыуҙарҙан тыш, Башҡортостандың һәм Цзянси провинцияһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре араһында B2B форматында һөйләшеүҙәр уҙғарыу ҡаралған.
Ҡытай эшҡыуарҙары менән осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр үткәреү мәсьәләләре буйынса республиканың Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бында сараның программаһы менән танышырға һәм теркәү үтергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика