10:20 (UTC+5), 22 Октябрь 2015

Өфө — Рәсәйҙә мосолман мәғарифын үҫтереү үҙәктәренең береһе — Башҡортостан Башлығы

автор фотоһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфө Рәсәйҙә мосолман мәғарифын үҫтереү буйынса комплекслы программаны ғәмәлгә ашырыу үҙәктәренең береһе булып тора. Республиканың баш ҡалаһында илебеҙҙең ошо өлкәләге иң яҡшы традицияларын дауам итеүсе Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты, мәҙрәсә уңышлы эшләй. Башҡортостан Башлығының «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» VIII Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәтендә һүҙ ошо хаҡта бара. Уны республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов уҡып ишеттерҙе.
«Бөгөн тыныслыҡты һаҡлау мәсьәләләре бик мөһим, шуға күрә дини белем биреүҙе үҫтереү айырыуса әһәмиәтле. Яҡын Көнсығыш илдәрендәге фажиғәле ваҡиғалар — милләт-ара һәм конфессия-ара ыҙғыштарҙың киҫкенләшеүе ниндәй эҙемтәләргә килтереүенә асыҡ дәлил. Тарих дәрестәренән һәм күп быуатлыҡ тәжрибәнән күренеүенсә, дини белем генә диндарҙарға дөрөҫ юл күрһәтә, традицион исламдың нигеҙҙәрен ҡаҡшатыусы радикализмдан яҡлай ала», — тиелә Рөстәм Хәмитовтың сәләмләүендә.
Конференция сиктәрендә, пленар ултырыштан тыш, бер нисә әһәмиәтле микросимпозиумдар, атап әйткәндә, Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең мосолман конфессияһы лидерҙарының осрашыуы һәм түңәрәк өҫтәлдәр, йәштәрҙең ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү, ғаилә педагогикаһы, ҡатын-ҡыҙҙың үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙәге роле мәсьәләләре буйынса секциялар ойошторола. Шулай уҡ сәйәси-административ темалар күтәреләсәк, фәнни, теология һәм мәҙәни-тарихи проблематика буйынса махсус секциялар уҙғарыла. Илебеҙҙәге мосолман мәғарифының хәҙерге торошона, уның үҫеш мөмкинлектәренә арналған айырым секция эшләйәсәк. Конференцияла Башҡортостандан, Рәсәй төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән ғалимдар һәм дин әһелдәре ҡатнаша. Секция ултырыштарында Төркиә, Испания, Словакия, Иордания вәкилдәренең һәм башҡа ҡунаҡтарҙың сығыш яһауы көтөлә.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика