ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Мостай Кәрим фонды Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыған студенттар өсөн халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматургтың гранттарын
булдырҙы. Гранттар яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан һәм ижади ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Бүләкләү тантанаһы 20 октябрҙә, Мостай Кәримдең тыуған көнөндә, университеттың төп корпусында уҙҙы. Унда шағирҙың туғандары, профессорҙар, уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнашты.