08:30 (UTC+5), 20 Октябрь 2015

«Бөтә Өфө» телеканалында яңы миҙгел башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 21 октябрҙән «Бөтә Өфө» телеканалында яңы форматтағы тапшырыуҙар башлана, 20 октябрҙә иһә телекомпания коллективы бөтәһе алдында яңылыҡтар әҙерләйәсәк — ньюс-румда камералар ҡуйылған, быны тура эфирҙа ла күҙәтергә мөмкин.
Иртәнге 9-сы яртынан ғәҙәти тапшырыу селтәре урынына ҡала видеокүҙәтеү камераларынан күренештәр күрһәтелә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ғәҙәти тапшырыу селтәренең үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, яңылыҡтар ике сәғәт һайын эфирға сыға.
20 октябрҙә телекомпанияның яңы логотибын — өс шөрөптө презентациялау була.
«Бөтә Өфө» телеканалы Башҡортостандың баш ҡалаһында ғына түгел, шулай уҡ Стәрлетамаҡта, Салауатта, Ишембайҙа, Октябрьскийҙа, Нефтекамала һәм Мәләүездә күрһәтә. Был 2 миллиондан ашыу тамашасы тигән һүҙ.
«Баш ҡала яңылыҡтары» тапшырыуы яңы телевизион миҙгелдәге төп программа буласаҡ. Ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм күсемһеҙ милек, юридик-хоҡуҡи мәсьәләләргә, именлеккә, сәләмәт йәшәү рәүешенә, ялға, мәҙәни ваҡиғаларға, технологияларға арналған рубрикалар менән байытыласаҡ. Киске прайм-таймда — киске сәғәт 7-лә һәм 9-сы яртыла яңылыҡтар сығарылышы — тура эфирҙа.
«Бөтә Өфө» үҙенең сайтын да яңырта. Яңы интерфейс ҡулланыусылар өсөн уңайлы буласаҡ. Яңылыҡтарҙы интернетҡа тоташтырылған бөтә ҡоролмаларҙан да ҡарарға мөмкин. Сайтта шулай уҡ инглиз телендәге вариант буласаҡ. Киләсәктә сайтты айырым киң мәғлүмәт сараһы итеп эшләргә ниәтләйҙәр.
21 октябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә «Бөтә Өфө» телеканалы тапшырыуҙары «Баш ҡала иртәһе» программаһынан башлана.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика