12:13 (UTC+5), 19 Октября 2015

Өфөлә электр транспорты хәрәкәтен мониторинглау системаһы индерелде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөнөң электр транспорты идаралығы электр транспорты паркын навигация ҡорамалдары менән йыһазландырыу буйынса эште тамамланы. Хәҙер һәр троллейбус, трамвай ГЛОНАСС системаһына тоташтырылған, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
«Өфө ҡалаһы ҡала округының электр транспорты идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһының генераль директоры Асҡар Фазлыев билдәләүенсә, Силәбелә, Ырымбурҙа һәм башҡа илебеҙ ҡалаларында ошондай электр транспорты хәрәкәтен мониторинглау системаһы индерелгән һәм уның һөҙөмтәлелеге раҫланған. Өфөлә проект инвесторҙар иҫәбенә ғәмәлгә ашырылған.
Система навигация, диспетчер һәм процессинг үҙәген үҙ эсенә ала. Трамвайҙарҙа һәм троллейбустарҙа ҡуйылған навигация ҡорамалы транспорттың хәрәкәт итеүе хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе берҙәм диспетчер хеҙмәтенә тапшыра.
Ҡала халҡы ла электр транспорты хәрәкәтен күҙәтеп бара ала. Android һәм iOS системалары ҡоролмаларындағы «Аҡыллы транспорт» мобиль ҡушымтаһы ярҙамында кәрәкле трамвай йәки троллейбустың ҡайҙалығын белергә мөмкин. Транспорт хәрәкәтенең картаһы Өфө электр транспорты идаралығының яңыртылған сайтында бирелгән. Шулай уны ГЛОНАСС системаһының йәмәғәт порталында ла табырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика