06:38 (UTC+5), 14 Октября 2015

Өфөлә Беренсе R2R форумында ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡтың дәүләт корпорацияһы менән үҙ-ара эш итеүен тикшерәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Баш ҡалала Беренсе R2R форумында ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡтың дәүләт корпорацияһы менән үҙ-ара эш итеүен тикшерәсәк. Форум бизнестың яңыраҡ Рәсәйҙә ойошторолған Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорацияһы менән үҙ-ара эш итеүен тикшереү өсөн тәүге ҙур төбәк майҙансығы буласаҡ. Мәскәүҙә үткәрелгән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Азат Фазлыев ошо хаҡта һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, бөгөн Рәсәйҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләһе бик мөһим. Сочиҙа уҙған Халыҡ-ара инвестиция форумы быны раҫланы.
«Тап Сочиҙағы форумда Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация етәксеһен тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Сараға ШОС һәм БРИКС илдәре вәкилдәренең килеүе — беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Форумда шулай уҡ сәйәсмәндәр генә түгел, төбәк башлыҡтары ла ҡатнаша», — тип билдәләне Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты.
«Төп иғтибар төбәк вәкилдәренә йүнәлтелгән, сөнки ҙур бизнес бөтә кимәлдә лә уңышлы бәйләнеш булдыра, шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың федераль, халыҡ-ара структуралар менән бәйләнеш урынлаштырыу мөмкинлеге юҡ. Бының төрлө сәбәптәре бар, — тип һөйләне журналистарға Азат Фазлыев. — Беҙ төбәктә ыңғай инвестиция мөхитен булдырыуҙа әүҙем ҡатнашабыҙ һәм эшҡыуарҙарҙың сит ил баҙарына сығыуҙан нимә көтөүен аңлайбыҙ. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең идеяһын һәм концепцияһын әҙерләнек. Рәсәй Президенты Өфөлә Беренсе R2R форумын уҙғарыуҙы хупланы».
21 октябрҙән 23-нә тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында Беренсе «ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡ» форумы уҙа. Уны ойоштороусылар булып республика Хөкүмәте, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика