07:09 (UTC+5), 09 Октября 2015

Баш ҡалала Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалынды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Өфөлә яҙыусы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалынды. Уның тыуған көнө уңайынан ойошторолған тантанала Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары, республика баҫмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Тиҙҙән Матбуғат йорто алдындағы һәйкәлгә мемориаль таҡта ҡуйыласаҡ, ул әҙер ҙә инде.
«Беҙ һәйкәлгә мемориаль таҡта ҡуйылырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ, сөнки унда Шәһит Хоҙайбирҙиндың исем-фамилияһы ғына яҙылған. Өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының барыһы ла уның кем икәнлеген белмәй», — тине Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков.
Яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәренең тыуған көнө айҡанлы саралар республика Хөкүмәтендә дауам итә. Унда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреттарын бүләкләү тантанаһы була. Элекке йылдарҙа награда шәхестең тыуған төйәгендә — Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылында тапшырыла ине.
Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙинға һәйкәл 1981 йылдың 4 декабрендә асыла. Һәйкәлдең скульпторҙары — Тамара Нечаева, Борис Фузеев, архитекторы — Фәрит Рехмуков.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика