Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2015, 09:30
Төбәктә көслө ел, епшек ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ көтөлә
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 7 октябрҙә Башҡортостанда көслө ел, епшек ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ көтөлә. Был хаҡта республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итә.
Ҡотҡарыусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көн аяҙлы-болотло буласаҡ, ваҡыты менән ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, урыны менән 15-20 метрға етеүе ихтимал. Киске сәғәт 8-ҙән ҡар яуа башлай. Башгидромет хәбәр итеүенсә, һауа торошоноң боҙолоуы арҡаһында ҡайһы бер райондарҙа электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, ваҡытлыса ҡар ҡаплауы көтөлә. 8 октябрҙә лә ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ.
Теги:
һауа торошо
Читайте нас