13:44 (UTC+5), 07 Октября 2015

Рөстәм Хәмитов: «Философ ул – «цивилизация баҡсасыһы»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 7 октябрҙә Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Философия. Толерантлыҡ. Глобалләштереү. Көнсығыш һәм Көнбайыш — донъяға ҡараштар диалогы» VII Рәсәй философтары конгресын асыуҙа сығыш яһаны.
Философтар конгресын Өфөлә уҙғарыу күп осраҡта Көнсығыш менән Көнбайыштың Башҡортостанда киҫешеүенә бәйле.
Конгреста тикшереләсәк мәсьәләләрҙең әһәмиәте хаҡында һөйләгәндә республика Башлығы философияның планетала гуманистик цивилизация булдырыусы фән булыуын билдәләне.
– Кешелек цивилизацияһы йәш. Шуның менән бергә ул үҫә, нығына, һәм уға ошо йәһәттән ярҙам итергә кәрәк. Философ ул – «цивилизация баҡсасыһы», яуаплы, изге, йәмғиәт өсөн мөһим һәм кәрәкле, – тине төбәк етәксеһе. – Сөнки ғәҙеллек, именлек, гармониялы үҫешеү – кеше өсөн төп ҡиммәттәр.
Рәсәй философтары конгресы 1997 йылдан Рәсәй ҡалалары һәм төбәктәренең классик университетында өс-дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә. Башҡортостан конкурс буйынса һайлап алыуҙа 2009 йылдан ҡатнаша, сөнки Рәсәй философтары йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе фәнни ҡеүәте, ғилми эштәрҙең әүҙемлеге һәм ғалимдар һаны буйынса Рәсәйҙә Мәскәү һәм Санкт-Петербург философтары йәмғиәттәренән ҡала өсөнсө урында килә.
Конгреста ҡатнашыу өсөн 1 515 кеше, шул иҫәптән 495 философия фәндәре докторы һәм 620 кандидат, 400 аспирант, студенттар теркәлгән. Улар секция эштәрендә, түңәрәк өҫтәлдәрҙә, симпозиумдарҙа ҡатнашасаҡ. Конгресҡа Рәсәйҙең 95 ҡалаһынан һәм 21 илдән (Төркиә, Бөйөк Британия, Болгария, Иран, Франция, Италия, Бельгия, Азербайжан, Беларусь, Германия, Израиль, Испания, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Молдова, Сирия Ғәрәп Республикаһы, Словакия, АҠШ, Үзбәкстан, Украина) ғалимдар килгән.
Рөстәм Хәмитов сығышының тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика