06:40 (UTC+5), 07 Октябрь 2015

Мәскәү «Арбаты» яҡташтарҙы Республика көнөн билдәләргә саҡыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Йәкшәмбе, 18 октябрҙә, «Арбат» мәҙәни-күңел асыу үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы көнө билдәләнә. Байрамды ойоштороусы — Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Мәскәүҙәге Башҡортостан яҡташлығы, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы, милли ижади коллективтар.
Республиканың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова хәбәр итеүенсә, көн дауамында бай мәҙәни программа ойошторола. Республика сәнғәт оҫталарының сығышы, милли аш-һыуҙан ауыҙ итеү, башҡорт сувенирҙары йәрминкәһе һәм йәштәр өсөн дискотека ҡаралған. Павильонда «Башҡортостан — сит ил фотографтары күҙлегенән» исемле күргәҙмә эшләйәсәк.
Концертта Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары һәм Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһы ағзалары ҡатнаша. Улар араһында билдәле джазмен Олег Киреев, йырсылар Радик Юлъяҡшин, Айҙар Хәмзин, Фәүриә Саяхова, журналист Гөлнара Ибраҡова, «Аҡ тирмә» фольклор ансамбле, «Алтын Ай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Заман» төркөмө, «Ләйлә» ансамбле, шулай уҡ «Һул яҡлап хәрәкәт» төркөмө бар.
Инеү ирекле. Байрам Мәскәү, Яңы Арбат, 21, «Смоленск» йәки «Арбат» метро станцияһы адресы буйынса уҙғарыла.
Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сайтында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика