07:30 (UTC+5), 07 Октября 2015

Башҡортостанда иң яҡшы студенттарға республика Башлығы стипендиаттары дипломы тапшырыла

Юғары уҡыу йорттарының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Республика көнө алдынан юғары уҡыу йорттарында белем алыусы иң яҡшы студенттарға Башҡортостан Башлығы стипендиялары тапшырыла. Улар фәнни ҡаҙаныштары, конференцияларҙа, форумдарҙа, симпозиумдарҙа ҡатнашҡаны һәм яҡшы уҡыуҙары өсөн шундай юғары баһаға лайыҡ булған.
Өфө дәүләт авиация техник университетында дүрт докторант, 13 аспирант, 27 студент Башҡортостан Башлығы стипендияһын алды, тип хәбәр иттеләр вуздың матбуғат үҙәгендә.
Һәләтле йәштәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, университеттың социология һәм социаль технологиялар кафедраһы мөдире Салауат Сәғитов ҡотланы.
«Өфө дәүләт авиация техник университетына килгән һайын тулҡынланам. Бында минең студент йылдарым үтте, ошонда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Стипендиаттарға ҡыйыуыраҡ булыуҙарын теләйем! Үҙегеҙҙең хаҡлы икәнегеҙҙе тойһағыҙ, уны эш менән дәлилләгеҙ. Профессорҙар һәм уҡытыусылар һеҙгә мотлаҡ ярҙам итәсәк», — тине Салауат Сәғитов.
Өфө дәүләт нефть техник университетында 21 студент, 10 аспирант һәм өс докторант республика Башлығы стипендияларын аласаҡ. Шулай уҡ был көндә өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса Рәсәй Президенты һәм Рәсәй Хөкүмәте, Өфө дәүләт нефть техник университетының ғилми советы, университеттың күренекле ғалимдары һәм танылған эшмәкәрҙәре стипендиаттары билдәләнде. Бөтәһе 94 кеше наградаға лайыҡ булды.
Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин, студенттарға һәм йәш ғалимдарға мөрәжәғәт итеп, былай тине: «Уҡығыҙ, фән менән шөғөлләнегеҙ, һәм хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланасаҡ!».
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика