12:43 (UTC+5), 06 Октября 2015

Төбәктә йыл башынан ике миллиондан ашыу кеше Бәйләнеш үҙәге аша табипҡа яҙылған

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Республикала йыл башынан 2 миллион 300 мең самаһы кеше Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бәйләнеш үҙәге аша табипҡа яҙылған. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 4,4 тапҡырға күберәк.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, табиптарға иртәнге 8-се яртынан киске сәғәт 7-гә тиклем 09383 берҙәм телефоны аша яҙылырға була. Бәйләнеш үҙәгенә 246-93-83 телефоны буйынса ла шылтыратырға мөмкин.
«Кеҫә телефонынан 09383 һандарын йыйғандан һуң медицина учреждениеһының кодын индерергә кәрәк. Әгәр шылтыратыусы кодты белмәй икән, уны Бәйләнеш үҙәге операторы менән тоташтырасаҡтар», — тип аныҡланы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Ҡусҡарбәкова.
Бәйләнеш үҙәге аша участка терапевына, педиатрына, теш табибына, акушер-гинекологка яҙылырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика