08:05 (UTC+5), 05 Октября 2015

Республикала 75 мең самаһы мәғариф хеҙмәткәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан уҡытыусылары, Рәсәйҙәге коллегалары кеүек үк, бөгөн үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге ваҡытта республикала мәғариф өлкәһендә яҡынса 75 мең хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 25 меңдән ашыуы — дөйөм белем биреү учреждениеларында.
Башҡортостанстат хәбәр итеүенсә, төбәктә көндөҙгө дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡытыусыларының белем кимәле юғары — уҡытыусыларҙың 90 проценты юғары белемгә эйә.
Һөнәри белем биреү ойошмаларындағы 4,5 мең уҡытыусының 96 проценты юғары белемле. Вуздарҙағы 6,5 мең уҡытыусының 1031-е — фән докторы, 3886-һы — фән кандидаты, 705-е — профессор, 2178-е — доцент.
Мәктәп уҡытыусыларының күбеһе — ҡатын-ҡыҙ (87 процент).
Һәр икенсе педагогтың 20 йылдан ашыу эш тәжрибәһе бар.
Уҡытыусылар көнө 100-ҙән ашыу илдә билдәләнә. Рәсәй иһә был байрамды 1994 йылдан бөтә донъя календары буйынса 5 октябрҙә билдәләй. Элегерәк Уҡытыусылар көнө октябрҙең тәүге йәкшәмбеһенә тура килә ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика