09:34 (UTC+5), 02 Октября 2015

Рөстәм Хәмитов вуз ректорҙары һәм етештереү предприятиелары етәкселәре менән осрашты

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 1 октябрҙә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм етештереү предприятиелары етәкселәре менән осрашты. Фән менән етештереүҙең яҡынайыуы, илебеҙҙәге яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү, шулай уҡ Өфөлә технополис төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.
Республика предприятиелары импортты алмаштырыу мәсьәләләре менән аҙ шөғөлләнә, тип билдәләне республика Башлығы.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, вуздарға, үҙ сиратында, эштәрен әүҙемерәк тәҡдим итергә кәрәк.
– Ректорҙарға мөрәжәғәт итәм. Һеҙ әүҙем булырға тейешһегеҙ, – тине төбәк Башлығы. – Әүҙемерәк эшләү, яҡшы технологиялар, эштәр тәҡдим итеү зарур. Башҡаса мөмкин түгел.
Өфөлә технополис төҙөү фән менән етештереүҙең яҡынайыуына булышлыҡ итәсәк, уны булдырыуҙа бөтә ҡыҙыҡһыныусы яҡтар ҙа ҡатнашырға тейеш.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, Башҡортостандың Ректорҙар советы рәйесе Рәил Әсәҙуллин Башҡортостанда дуаль белем биреү принциптарына нигеҙләнгән Селтәрле университет булдырыу тураһында һөйләне.
Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин вуздарҙың һәм етештереү ойошмаларының юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса берлектәге эшмәкәрлегенән ыңғай миҫалдар килтерҙе. Был тәү сиратта сит ил предприятиеларына ҡағыла, сөнки илебеҙ сәнәғәтселәре хеҙмәттәшлек итергә ашыҡмай.
Ҙур финанс һәм матди ресурстарға эйә булған сәнәғәтселәрҙең илебеҙҙәге фән мәктәбенең ғилми эштәренә әһәмиәт бирмәүе һәм тулыһынса сит ил технологияларына таяныуы кеүек күренештәргә юл ҡуйырға ярамай, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостандың Эш биреүселәр союзы етәксеһе Владимир Шолом предприятиеларҙың технопарктар һәм коллектив файҙаланыу үҙәктәрен ойоштороуҙа һүлпән ҡатнашыуы хаҡында һөйләне.
– Башҡортостанда прототип, йәштәрҙең инновацион үҙәктәре кеүек ҙур майҙансыҡтар булдырылған, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов. – Шулар араһында иң ҡеүәтлеһе – бәләкәй тоннажлы нефть химияһы кластеры. Радиоэлектрон һәм биотехнология кластерҙары вуздарҙың иғтибарынан ситтә ҡалған.
– Беҙгә ошо мәсьәләләрҙе даими тикшерергә кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгө һөйләшеү бик мөһим. Тиҙҙән йәнә ошо һорауҙарҙы тикшереү өсөн сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән ҙур кәңәшмә үткәрәсәкбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика