11:36 (UTC+5), 02 Октябрь 2015

Рөстәм Хәмитов Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никонды «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 1 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рус православие сиркәүенең Мәскәү патриархатындағы Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон менән осрашты. Осрашыуҙа конфессия-ара мөнәсәбәттәр, 2016 йылда Мәскәү һәм бөтә Русь патриархының Башҡортостанға сәфәрен ойоштороу мәсьәләләре һәм башҡа темалар ҡаралды.
Рөстәм Хәмитов митрополитты 65 йәше ҡотланы һәм уны «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне.
– Ошо ҙур награданы үҙемдең генә түгел, православие руханиҙарының да хеҙмәттәрен баһалау тип ҡабул итәм, – тине митрополит Никон. – 26 августа Башҡортостанда хеҙмәт итеүемә 25 йыл тулды. Бик күп эштәр башҡарылды. Православие руханиҙарының һәм мосолмандарҙың бурысы кешеләрҙең рухи донъяһын байытыуға, мәҫәлән, сиркәүҙәр һәм мәсеттәр төҙөүгә генә ҡайтып ҡалмай тип иҫәпләйем. Беҙ күп милләтле республикабыҙҙа тыныслыҡты һәм тотороҡлоҡто һаҡлауға ярҙам итәбеҙ.
– Халыҡтың рухиәтен һаҡлау, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү буйынса өҙлөкһөҙ эш алып барыуығыҙ өсөн һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Тыныслыҡ, именлек, төрлө конфессияларҙың үҙ-ара аңлашып йәшәүе бик мөһим. Һис шикһеҙ, һеҙҙең менән оҙаҡ эшләйәсәкбеҙ әле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика