07:45 (UTC+5), 01 Октября 2015

Пермь крайының мәктәп делегацияһы Башҡортостан мәҙәниәте менән танышты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Рәсәй башҡорттары» программаһы сиктәрендә Өфөгә Пермь крайы Барҙа районынан мәктәп делегацияһы килде. Сәфәрҙе ойоштороусы — Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто. Мәҙәни программаны Туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар республика үҙәге ғәмәлгә ашырҙы.
Өфө буйлап экскурсия Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан башланды. Башҡортостандың Милли музейы балаларҙа ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы, унда улар республика халыҡтарының тарихы һәм этнографияһы менән танышты.
«Өфө.Тарих биттәре» экскурсияһы барышында ҡунаҡтар ҡаланың һәм республиканың тарихы тураһында белде, Дуҫлыҡ монументына, Салауат Юлаев һәйкәленә барҙы һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа булды. Туристарҙы айырыуса «Ләлә-Тюльпан» мәсете һоҡландырҙы. Уҡыусылар «Етенсе күк» күҙәтеү ҡуласаһында йөрөнө һәм Өфө планетарийында фильм ҡараны.
«Һәр көн яңы һәм ҡыҙыҡлы тәьҫораттарға һәм асыштарға бай булды. Беҙ ҡунаҡтарға республика һәм Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың традициялары хаҡында китаптар, брошюралар бүләк иттек», — тип хәбәр иттеләр Халыҡтар дуҫлығы йортонда.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика