ӨФӨ, 2015 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Кристина Качалкина/. Өфөлә
йәш ғалимдар фәнни алышта көсөн һынаны. Баш ҡалала Фән фестивале Science Slam тигән сара менән тамамланды. Был көндә «Өфө уттары» күңел асыу үҙәге ғилми алыштар өсөн майҙансыҡҡа әүерелде. Ете йәш ғалим фән менән шөғөлләнеүҙең күңелле булыуын раҫлар өсөн үҙ-ара көс һынашты. Сарала ҡатнашыусылар эштәрен башҡаларға аңлайышлы, ҡыҙыҡлы итеп һөйләргә тейеш ине, сөнки еңеүсе ҡунаҡтарҙың алҡыштары буйынса билдәләнде.