11:53 (UTC+5), 25 Сентября 2015

Өфө ғаилә уңышһыҙлығын иҫкәртеү буйынса эштә лидер тип танылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө ғаилә уңышһыҙлығын иҫкәртеү һәм балаларға ярҙам итеү буйынса эштә лидер тип танылды. Башҡортостандың баш ҡалаһы «Муниципаль проект» номинацияһында диплом менән бүләкләнде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенең Опека һәм попечителлек идаралығында хәбәр иттеләр.
«Ставрополь» күргәҙмә үҙәге залдарында ойошторолған «Балалар хаҡына бергәләп» VI Бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумында 62 төбәктән 560 делегат ҡатнашты. Ставрополгә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, округтарҙан, өлкәләрҙән, республикаларҙан социаль учреждение етәкселәре һәм белгестәре, власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килгәйне.
Өфө делегацияһы составына идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре, «Саторис», «Торнаҡай», «Ғаилә» һәм «Үҫеш» социаль-психологик үҙәк директорҙары һәм белгестәре инде.
Күргәҙмә-форумды Ставрополь крайы Хөкүмәте булышлығында Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам фонды ойошторған.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика