Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2015, 13:36
Башҡортостан ҡурсаулығының яңы сәфәр үҙәге бөтә илдән һәм донъянан туристарҙы ҡабул итергә әҙер
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Яңыраҡ Башҡортостан ҡурсаулығының яңы сәфәр үҙәген төҙөү тамамланды. Бөгөн ул бөтә илдән һәм донъянан туристарҙы ҡабул итергә әҙер.
Ҡурсаулыҡтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр үҙәге «Башhырт», «Змеевик» һәм «Арадый» экологик һуҡмаҡтарын,Тәбиғәт музейын, маралдар майҙансығын үҙ эсенә алған «Башһырт шарьяж» экскурсия комплексының бер өлөшө булып тора. Сәфәр үҙәгенең исеме Башҡортостан ҡурсаулығының иң әһәмиәтле тәбиғәт объекттарының береһе — «Башhырт» артылышы атамаһынан алынған.
Бында уҡыусылар өсөн лекциялар, экологик белем биреү программаларын ойоштороу ҡаралған. Мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре өлкәндәргә ҡыҙыҡлы программалар тәҡдим итә. Сәфәр үҙәге ҡурсаулыҡтың 85 йыллығын билдәләгәндә асылды һәм уның хеҙмәткәрҙәре, Һарғая ауылы халҡы өсөн юбилейға яҡшы бүләк булды.
Теги:
туризм
башҡортостан ҡурсаулығы
Читайте нас