Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2015, 12:42

Башҡортостан «Автомобилһеҙ бер көн» акцияһына ҡушылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөгөн, 22 сентябрҙә, донъяла автомобилһеҙ бер көн билдәләнә. Машиналарҙың үтә күп булыуы ҙур ҡалаларҙың ғына проблемаһы түгел, ул күптән инде глобаль мәсьәләгә әүерелгән. Өфөлә генә машиналар һаны йыл һайын уртаса 30 меңгә арта. Мәскәүҙә, башҡа ҙур ҡалаларҙа был һан күпкә юғары.
Өфөлә Бөтә донъя автомобилһеҙ бер көн 2009 йылдан билдәләнә. Ул ваҡытта ошо байрам уңайынан «Берҙәм Рәсәй йәш гвардияһы»ның төбәк бүлексәһе Башҡортостандың баш ҡалаһында беренсе велоуҙыш ойошторҙо. Уның ағзалары бөгөн дә ошо матур йоланы дауам итә. Иртәнсәк йәш гвардиясылар Ленин исемендәге парк, Софья аллеяһы, Салауат Юлаев паркы буйлап йүгерҙе.
Башҡортостандың башҡа ҡалаларында ла автомобилдән баш тартыу көнөнә арналған акциялар уҙа. Республикала йәшәүселәр велосипедта, электр транспортында, йәйәү йөрөй.
Читайте нас: