12:20 (UTC+5), 16 Сентября 2015

«ОСҠОН» башҡорт видео конкурсына ғаризалар ҡабул итеү ноябрь аҙағына тиклем оҙайтылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда «Осҡон» башҡорт видео конкурсына ғаризалар ҡабул итеү 30 ноябргә тиклем оҙайтылды. Уны ойоштороусылар — Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы, Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы — быйыл март айында конкурс иғлан итте. Ҡатнашыусыларҙың һорауы буйынса ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды.
«Бөгөнгө көнгә ойоштороу комитетына 20-нән ашыу эш килде, — тип хәбәр итте конкурстың кураторы Владислав Габов. — Видеояҙмаларҙы профессионалдар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ебәрә».
Ғаризалар конкурстың рәсми сайтында һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә мобиль видео, музыкаль клип, социаль видеоролик, ҡыҫҡа метражлы фильм номинациялары буйынса ҡабул ителә.
Бәйгенең бүләкләү фонды 50 мең һум тәшкил итә. «Осҡон» башҡорт видео конкурсының төп бурыстары — милләттәштәребеҙҙең кино төшөрөү һәләтен үҫтереү, башҡорт халҡының милли-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү, шулай уҡ мөһим социаль проблемаларға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика