05:06 (UTC+5), 15 Сентября 2015

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигының беренсе урынбаҫары Николай Богдановский менән осрашты

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 14 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигының беренсе урынбаҫары, генерал-полковник Николай Богдановский менән осрашты.
Осрашыуҙа Башҡортостан биләмәһендә 7 сентябрҙә Үҙәк хәрби округында башланған «Үҙәк-2015» стратегик уҡыуҙарын үткәреү барышы тикшерелде.
«Бер аҙна инде ныҡышмалы, көсөргәнешле эшләйбеҙ. Был уҡыуҙар бик файҙалы тип иҫәпләйем, – тине республика Башлығы. – Кешеләр алдыбыҙҙа торған бурыстарҙың етдилеге, бөтә йүнәлештәр буйынса ентекле эшләргә кәрәклеген аңланы. Барыһы ла эшкә яуаплы ҡарай. Был – уҡыуҙарҙың төп бурысы. Һөҙөмтә ыңғай булыр тип ышанам».
Уҡыуҙарҙың һөҙөмтәләре буйынса ентекле анализ үткәреләсәк, көслө һәм йомшаҡ яҡтар билдәләнәсәк, тине Рөстәм Хәмитов.
«Беҙ ҡайҙа матди базаны яҡшыртырға, өҫтәмә финанс ресурстарын йүнәлтергә, ҡайһы бер ойоштороу эштәрен нисек башҡарып сығырға, заманса техника һатып алыу буйынса эште нисек яйға һалырға кәрәклеген аңлайбыҙ. Ошо эште мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла быны аңламай. Һеҙгә һәм Һамар өлкәһенә «Афарин!» тиергә генә ҡала. Һеҙҙең өсөн дә был яңылыҡ булып тора», – тине Николай Богдановский.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика