11:06 (UTC+5), 14 Сентября 2015

Халыҡ-ара йыһан станцияһы космонавтары Өфөлә үтәсәк Фән фестиваленә саҡыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 25 сентябрҙән 27-нә тиклем Өфөлә өсөнсө тапҡыр бөтә Рәсәй Фән фестивале уҙғарыла. Был көндәрҙә республиканың баш ҡалаһы Волга буйы федераль округының төп ғилми майҙансығына әүереләсәк.
Халыҡ-ара йыһан станцияһында 45-се экспедиция экипажы — Олег Кононенко, Михаил Корниенко һәм Сергей Волков фестивалде ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға емешле эшләүҙәрен, ҡыҙыҡлы асыштар теләне.
Быйыл күләмле фәнни форумда 20-нән ашыу майҙансыҡ йәлеп итеү планлаштырыла. Ике төп майҙансыҡ — Башҡортостандың Фәндәр академияһы һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы. Төбәктең Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фондынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғыһында 25 сентябрҙә көндөҙгө 2-се яртынан 3-сө яртыға тиклем осоусы-космонавт Игорь Волк менән осрашыу була.
26 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы сәхнәлә күңел асыу программаһы ойошторола.
Фестивалдә юғары уҡыу йорттары һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге институттары ҡатнаша. Программа сиктәрендә 40-тан ашыу лектор — Рәсәй һәм сит ил ғалимдары, билдәле фәнде популярлаштырыусылар сығыш яһаясаҡ.
Сараға килеүселәр өсөн фәндең төрлө өлкәләренә арналған 25 экспозиция асыласаҡ. Бында ғилми тәжрибәләрҙе күрергә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, интерактив күргәҙмә стендтарын, Мауыҡтырғыс фән театры тамашаларын, фәнни-популяр фильмдар ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Белешмә. Игорь Волк — СССР-ҙың осоусы-космонавы, Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың атҡаҙанған һынаусы-летчигы, «Ер һәм космонавтика» халыҡ-ара ассоциацияһы президенты, запастағы полковник (1987 йылдан). Игорь Волк Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика