08:01 (UTC+5), 14 Сентября 2015

Баш ҡала ирекмәндәре Туапсеға «Изге Ихтыяр флагы аҫтында» Бөтә Рәсәй йәштәр форумына юлланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфө ирекмәндәре Туапсеға «Изге Ихтыяр флагы аҫтында» Бөтә Рәсәй йәштәр форумына юлланды. Улар араһында Өфө ҡалаһы үҫеше йәмәғәт фонды һәм баш ҡалалағы үҫмерҙәр клубтары ирекмәндәре бар. 14 сентябрҙән 4 октябргә тиклем «Орленок» балалар үҙәгендә үтәсәк күләмле сарала 10 төбәктән ирекмәнлек хәрәкәте вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Форумды ойоштороусы — ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды булышлығында «Изгелек флагы аҫтында!» хәйриә фонды.
Ҡала үҫеше йәмәғәт фондында һөйләүҙәренсә, төбәктәрҙән өлкән класс уҡыусылары, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан волонтерҙар делегат булып бара. Улар «Изге Өфө» ҡала шәфҡәтлелек фестивале, «Кино ҡарау» II халыҡ киноһы асыҡ фестивале, «Баш ҡаланы республика балаларына бүләк итәйек» балалар хәйриә проекты, «Ҡыш бабайға хат» проекты кеүек ҡала, республика һәм бөтә Рәсәй проекттарына волонтер булараҡ йәлеп ителгән.
Йәштәр форумында ҡатнашыусыларҙы бай программа: походтар, оҫталыҡ кластары, өйрәтеүсе семинарҙар, тренингтар, төрлө конкурстар һәм спорт саралары көтә. Бынан тыш, иң яҡшы ирекмәндәр проектына конкурс уҙғарыу күҙаллана.
«Изге Ихтыяр флагы аҫтында» форумының төп маҡсаты — Рәсәй төбәктәрендә социаль волонтерлыҡты үҫтереү, ирекмәнлек һәм хәйриәлек эшмәкәрлеген әүҙемләштереү өсөн йәштәрҙе туплау.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика