05:22 (UTC+5), 11 Сентября 2015

Рөстәм Хәмитов «Өфө» шаяндар һәм отҡорҙар командаһы менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 10 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2015 йыл миҙгелендә Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Премьер-лигаһында вице-чемпион исемен яулаған «Өфө» командаһы менән осрашты. Осрашыу барышында йыйылма команданы артабан үҫтереү, республикала отҡорҙар һәм шаяндар клубы хәрәкәте перспективалары мәсьәләләре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов команда уйынсыларын Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Премьер-лигаһында уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотланы.
Команда ағзалары Премьер-лигаға сығыу өсөн өс йыл дауамында ҡатмарлы юл үтеүҙәре хаҡында һөйләне һәм проекттан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уларҙың һүҙҙәренсә, «Өфө» быйылғы миҙгелдә үҙ көсө менән, махсус авторҙар һәм сәхнәгә ҡуйыусылар саҡырмайынса эшләгән берҙән-бер команда булды. Шаяртыуҙарҙың барыһын да үҙҙәре уйлап тапҡан.
Команданың перспективалары тураһында һөйләгәндә уйынсылар уларҙың артабанғы маҡсаты – Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Юғары лигаһы тип билдәләне. Әлегә Премьер-лигала нығынырға һәм алдағы, шул иҫәптән Шаяндар һәм отҡорҙар клубының юбилейы айҡанлы үтәсәк фестивалдәрҙә лайыҡлы сығыш яһарға кәрәк.
– ШОС һәм БРИКС саммиттары Өфөнө һәм Башҡортостанды донъяға танытты. Ә һеҙ иһә бының яңы варианттарын тәҡдим итәһегеҙ. Мин һеҙҙе хуплайым, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылда Рөстәм Хәмитов «Башҡортостандың Шаяндар һәм отҡорҙар клубы»ның мөрәжәғәтенә яуап итеп төбәкте Юғары лигала күрһәтә алырлыҡ республика КВН командаһын ойошторорға ҡушты.
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда «Башҡортостандың Шаяндар һәм отҡорҙар клубы», «Өфө ҡалаһының Шаяндар һәм отҡорҙар клубы» һәм «Башҡорт асыҡ Шаяндар һәм отҡорҙар клубы лигаһы» йәштәр йәмәғәт ойошмалары эшләй, уларҙың эшмәкәрлектәре Шаяндар һәм отҡорҙар клубын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Йәмәғәт ойошмаларының, Өфө хакимиәтенең һәм Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының күмәк көсө менән 2013 йылдың декабрендә «Өфө» төбәк-ара Шаяндар һәм отҡорҙар клубы лигаһы булдырылды. Ул рәсми рәүештә Халыҡ-ара КВН союзына инә. Республикала бөтәһе 100-гә яҡын шаяндар һәм отҡорҙар командаһы бар. Йыл буйына КВН уйындарында 4 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, йәнә 10 мең тамашасы һәм көйәрмән.
«Өфө» шаяндар һәм отҡорҙар командаһы 2012 йылда ойошторолған.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика