ӨФӨ, 2015 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы 85 йыллыҡ юбилейын
билдәләне. Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғол ауылында ойошторолған ғилми-ғәмәли конференцияға һәм юбилей тантаналарына күп йылдар ҡурсаулыҡ менән хеҙмәттәшлек итеүсе, берлектәге сараларҙа ҡатнашыусы, һүҙе һәм эше менән ярҙам итеүсе хеҙмәттәштәр, партнерҙар, дуҫтар килде.