08:00 (UTC+5), 10 Сентября 2015

Әсәлек капиталын инвалид балалар өсөн тотонорға рөхсәт итәсәктәр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам саралары тураһындағы законға үҙгәрештәрҙе хупланы. Закон проекты әсәлек капиталын файҙаланыу мөмкинлектәрен киңәйтә. Документҡа ярашлы, инвалид балалары булған ғаиләләр әсәлек капиталын балаларға тирә-яҡ мөхиткә тиҙерәк яраҡлашырға булышлыҡ итәсәк тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн тотонорға хоҡуҡлы. Бында һүҙ медицина хеҙмәттәренә, реабилитация сараларына түләү хаҡында бармай, улар инвалидҡа федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә бирелә.
«Шундай тауарҙар һәм хеҙмәттәр араһында пандустар, фатирҙа махсус таянғыстар, функциональ карауаттар, массаж өҫтәлдәре, церебраль фалиж менән яфаланған балалар өсөн велосипедтар, дисплейҙар, Брайль шрифты менән клавиатуралар бар, — тип аңлатма бирҙе Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин. — Баһаланыуынса, был сара әсәлек капиталын өлөшләтә йәки тулыһынса файҙаланмаған инвалид бала тәрбиәләүсе 11 мең самаһы ғаиләгә ярҙам буласаҡ».
Закон проектына ярашлы, ата-әсәләр капиталды баланың өс йәше тулғанын көтмәйенсә тотона ала. 2015 йылда әсәлек капиталының күләме 453 мең 26 һум тәшкил итә. 2016 йылдың 1 ғинуарынан ул 475 мең һумға етәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика