10:25 (UTC+5), 07 Сентябрь 2015

Рөстәм Хәмитов «Башнефть» коллективын Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 4 сентябрҙә Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәт коллективын һөнәри байрамдары – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе компанияға әүҙем үҫешеүен, алдынғы позицияларҙы нығытыуын теләне һәм тармаҡтың атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Бына 70 йылдан ашыу нефть һәм газ комплексы – Башҡортостан иҡтисадының төп «локомотивы». Күп осраҡта республиканың тормошо уның тотороҡло эшләүенә бәйле, – тине Рөстәм Хәмитов. – Оҙатылған сәнәғәт продукцияһы күләменең яртыһы тиерлек һәм республиканың тупланма бюджетына һалым керемдәренең бишенсе өлөшө тармаҡ предприятиеларына тура килә. Был предприятиелар әүҙем социаль сәйәсәт алып бара, мөһим объекттар төҙөүҙә ҡатнаша, хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.
Башҡортостан Башлығы тармаҡ ветерандарының, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшләүселәрҙең хеҙмәт ҡаҙаныштарын һәм күрһәткән хеҙмәттәрен айырым билдәләне.
– 2015 йыл Башҡортостан, уның халҡы өсөн үтә мөһим булды. Июндә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «Башнефть» компанияһының акциялар пакетын республика милкенә тапшырыу тураһындағы күрһәтмәһе ғүмерҙәрен Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереүгә арнаған меңдәрсә кешеләрҙә ҙур тәьҫир ҡалдырҙы. Республикаға ҡарата тарихи ғәҙеллек тергеҙелде, тип ышаныслы әйтергә була, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Уның һүҙҙәренсә, был аҙым Башҡортостан иҡтисадын һәм социаль өлкәне нығытыуға булышлыҡ итә. Биш миллиард һум күләмендәге тәүге дивидендтар социаль программаларҙы үтәүгә, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡын арттырыуға йүнәлтелгән.
– Компания тотороҡло һәм һөҙөмтәле эшләүен дауам итһен, производствоны яңыртһын һәм киңәйтһен, конкуренцияға һәләтле продукция сығарһын һәм шуның менән бергә төбәк бюджетын тулыландырыуға булышһын өсөн республика Хөкүмәте артабан да ҙур көс һаласаҡ.
Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика