Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2015, 15:46
Ял көндәрендә баш ҡалала йәшелсә-емеш йәрминкәләре уҙғарыла
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Алдағы ял көндәрендә, 5 һәм 6 сентябрҙә, Өфөнөң алты районында йәшелсә-емеш йәрминкәләре ойошторола.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дим районында — Хәҡиҡәт урамы буйлап Ухтомский урамынан алып М.Йәлил урамына тиклем автомобиль юлы эргәһендә, Калинин районында — Интернациональ,139 урамындағы майҙанда, «Юлдаш» сауҙа-йәрминкә комплексында, «Шакша» баҙары эргәһендә, Киров районында — Эшсе хәбәрселәр урамындағы майҙанда, Октябрь районында — Р.Зорге урамындағы 44-се йорт, «Башҡортостан» сауҙа үҙәге янында, «Королев урамында» сауҙа комплексы алдында (һуңғы пунктта 6 сентябрҙә йәрминкә булмай), Орджоникидзе районында — С.Орджоникидзе исемендәге майҙанда, «Тирәктәр» сауҙа йорто, «Меркурий» сауҙа үҙәге алдындағы майҙандарҙа, «Урал» сауҙа-сервис комплексы янында, Совет районында Комсомол урамындағы 18-се йорт янындағы майҙанда (6 сентябрҙән башҡа) була.
Сауҙа өсөн урындар ауыл халҡына бушлай бирелә.
Теги:
ауыл хужалығы йәрминкәләре
Читайте нас