11:16 (UTC+5), 01 Сентябрь 2015

Төбәктең иң яҡшы умартасыһы Миәкә районында йәшәй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Миәкә районынан Миңлебай Әһлиуллин умартасыларҙың XV республика конкурсында ҡатнашыусылар араһында иң яҡшыһы тип билдәләнде. Бәйге 28 августа Ауырғазы районында уҙғарылды. Был хаҡта Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
«Иң яҡшы умартасы» исеме өсөн республиканың 38 районынан килгән 122 кеше көс һынашты. Конкурс программаһы дүрт этаптан торҙо: теоретик белемде һәм практик оҫталыҡты тикшереү, умартасылар тәҡдим иткән эштәрҙе һәм бал өлгөләренең сифатын баһалау.
Быйыл ҡатнашыусыларҙың инновациялы эштәренә айырыуса ҙур иғтибар бирелде. Бер нисә сәғәт дауамында тиҫтәләрсә алымдар, ҡулайламалар һәм ҡоралдар күрһәтелде. Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыларын сәнәғәт масштабында сығарыу өсөн ҡараясаҡтар. Был бәйгелә Башҡортостан агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы Николай Осташев еңеүсе тип танылды.
Бер үк ваҡытта 1998-2014 йылдарҙа умартасылар конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары араһында бәйге барҙы. Унда 18 умартасы ҡатнашты. Ишембай районынан Илгиз Шәңгәрәев конкурстың абсолют еңеүсеһе тип иғлан ителде.
«Йәш умартасы» бәйгеһенә республиканың 29 районынан 42 уҡыусы килгәйне. Балтас районы Маты ауылы урта мәктәбенең икенсе класс уҡыусыһы Ләйсән Солтанова иң йәш ҡатнашыусы булды. Еңеүсе исемен Ауырғазы районы Мораҙым ауылы урта мәктәбенең һигеҙенсе класс уҡыусыһы Эльвина Нәҙершина яуланы.
Еңеүселәрҙең һәм призерҙарҙың барыһына ла почет грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика