11:22 (UTC+5), 27 Августа 2015

«Таврида» форумында республика журналистары Халыҡ фронты эксперттарының тәжрибәһен үҙләштерә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан журналистары Ҡырымда «Таврида» форумында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты сменаһында ҡатнаша. Төбәк һәм урындағы киң мәғлүмәт сараларының йәш журналистары өсөн ойошторолған сара бөгөн, 27 августа, башланды.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының оҫталыҡ дәрестәрендә 500 кеше: йәш журналистар, блогерҙар, киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре, абруйлы эксперттар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ҡатнаша. «Россия сегодня» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы, ТАСС, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы вәкилдәре белем биреү программаһы һәм лекция менән сығыш яһаясаҡ.
«Быйыл Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты сменаһына илебеҙҙең бөтә төбәктәренән йәш журналистар йыйылды. Уларҙың күбеһе яңы ғына эшләй башлауға ҡарамаҫтан, яҙған мәҡәләләре ярҙамында төбәктәрендәге хәлде үҙгәртә, урындағы властың иғтибарын халыҡтың проблемаларына йүнәлтә алды. Сменаның программаһына килгәндә, уға белем биреү лекциялары һәм оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, текст яҙыу, инфографика, видеосюжеттар эшләү буйынса практик эштәр инә. Лекциялар ваҡытында журналистар фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша, медиа өлкәһе вәкилдәре менән аралаша ала», — тине Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше, Дәүләт Думаһы депутаты Ольга Тимофеева.
Башҡортостандан форумда Анастасия Жилкина («Ufa1.ru» сайты), Илдус Сәфәров («Күмертау ваҡыты» гәзите), Константин Корепанов («ProUfu» мәғлүмәт порталы), Гөлнара Ахмельдинова («РИК-ТВ» телеканалы, Бөрө) ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика