Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2015, 16:10

Өфөлә сауҙа һәм дөйөм туҡланыу өлкәһендә вакансиялар йәрминкәһе ойошторола

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 27 августа Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә күмәртәләп һәм берәмләп һатыу, дөйөм туҡланыу предприятиелары, социаль учреждениелар, ҡунаҡханалар һәм ресторандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла. Тәҡдим ителәсәк вакансиялар араһында һатыусы, ашнаҡсы, тауар белгесе, официант, бармен, магазин мөдире, ревизор, контролер-консультант, магазин директоры урынбаҫары, администратор, кассир, кондитер, икмәк бешереүсе, баш инженер, электрик бар.
Сара барышында эш эҙләүселәр өсөн «Уңышҡа табан 10 аҙым» оҫталыҡ дәресен үткәреү планлаштырыла.
Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса уҙа. Өҫтәмә мәғлүмәтте 251-51-55 телефоны буйынса алырға мөмкин, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: