08:16 (UTC+5), 05 Августа 2015

Дәүләт Думаһы ҡабул иткән закон проекттарының һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урын яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Дәүләт Думаһы ҡабул иткән закон проекттарының һаны буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәренең закон сығарыу органдары рейтингында беренсе урын алды. Республика парламенты индерелгән закон проекттарының һаны буйынса Һамар Губернаһы Думаһынан ҡала икенсе урынды биләй. Бындай мәғлүмәттәр Дәүләт Думаһының закондар сығарыу эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең автоматлаштырылған системаһынан алынған. Башҡортостан парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев республика закон сығарыу органының роле федераль кимәлдә үҫеүен билдәләне.
«Федераль коллегаларҙың беҙҙең закон сығарыу башланғыстарына ярҙам күрһәтеүе Дәүләт Думаһы комитеттары менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙең көсәйеүенә, төбәк майҙансыҡтарында алдан һынауға, шулай уҡ республиканың башҡарма власть органдарының булышлыҡ итеүенә бәйле, — тип аңлатма бирҙе Константин Толкачев. — Йүнәлтелгән закон сығарыу башланғыстарының төп маҡсаты — ҡануниәттәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү. Сер түгел, урындарҙа ҡайһы бер хоҡуҡи нормаларҙың еренә еткереп башҡарылмауы нығыраҡ һиҙелә, шуға күрә файҙалы һәм популяр тәҡдимдәребеҙ бик кәрәк. Шул уҡ ваҡытта күп кенә мөһим башланғыстарыбыҙ закон статусына эйә булмай. Төп сәбәп — бюджетта уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн тейешле аҡса ҡаралмауы. Шуны билдәләп үткем килә: закон проекттарының күбеһе Дәүләт Думаһында ҡарала, һәм беҙ федераль депутаттар уларҙы хуплар тип ышанабыҙ».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика