Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2015, 18:31

Өфөлә 2016 йылға мәктәп календары донъя күрҙе

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 2016 йылға мәктәп календары нәшер ителде.
Мәктәп календары — уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың өҫтәл китабы. Унда уҡыусыларҙың тормошо тураһында мәҡәләләр, танып-белеү һәм мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр, шулай уҡ кроссвордтар, ребустар, башватҡыстар бирелгән. Календарь сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән. Нәшриәттә аңлатыуҙарынса, был — башҡорт телендә энциклопедик характерҙағы үҙенсәлекле баҫма. Унда төрлө йәштәге мәктәп уҡыусыларын һәм уҡытыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ темалар яҡтыртыла. Бында тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәт байлыҡтары, тарих, сәнғәт хаҡында материалдар табырға мөмкин. Календарь уҡыу йылы дауамында уҡыусының тоғро юлдашы булыр тип ышана нәшерселәр.
Читайте нас: