11:17 (UTC+5), 04 Августа 2015

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары республика юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү варианттарын ҡараясаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Депутаттар Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының көҙгө сессиялағы тәүге ултырышында республика автомобиль юлдарындағы хәл менән танышырға ниәтләй. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов юлдарҙағы хәл тураһында мәғлүмәт бирәсәк, тип хәбәр иттеләр Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.
Республика ведомствоһының һуңғы мәғлүмәттәре балалар ҡатнашлығындағы һәм иҫерек водителдәрҙең ғәйебе буйынса юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы хаҡында һөйләй. Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында республика юлдарында 11 бала һәләк булған, 179 сабый төрлө тән йәрәхәттәре алған. Был былтырғы ошо осорға ҡарағанда күберәк. Иҫерек водителдәр арҡаһында 24 кешенең ғүмере өҙөлгән, 207 кеше йәрәхәтләнгән.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, депутаттар юл хәрәкәте өлкәһендәге кире күренештәрҙе кәметеү өсөн барлыҡ ресурстарҙы ла файҙаланырға ниәтләй. Һөҙөмтәлә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн санкцияларҙы ҡәтғиләштереүгә йүнәлтелгән яңы норматив хоҡуҡи акттар сығарылыуы ихтимал.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика