14:30 (UTC+5), 30 Июля 2015

Өфө Рәсәй мөфтиәте резиденцияһы урынлашасаҡ урын өсөн тауыш биреүҙә тәүге урында килә

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты мөфтиәт резиденцияһы урынлашасаҡ урын өсөн тауыш биреү уҙғара. Әлеге мәлдә Өфө исемлектә беренсе урынды биләй. Икенсе урында — Ҡазан, өсөнсөлә — Мәскәү һәм Махачкала. Грозный ҡалаһы иң аҙ тауыш йыйған. Конкурс «Бәйләнештә» социаль селтәрендә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының рәсми битендә уҙа.
«Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙең ҡайһы ҡалаһы йәки төбәге илебеҙ мосолмандарының административ үҙәге тип иҫәпләнә ала тигән мәсьәлә йыш күтәрелә. Беҙҙең өммәнең рухи үҙәгенә килгәндә, бер ниндәй һорауҙар ҙа юҡ. Рәсәйҙәге исламдың ике бишеге — Болғарҙа һәм Дербентта. Ә бына Рәсәй мөфтиәтенең резиденцияһы ҡайҙа булырға тейешлеге тураһында мәсьәлә форумдарҙа, киң мәғлүмәт сараларында һәм мосолман ойошмаларының сайттарында әүҙем тикшерелә», — тип аңлаттылар ойоштороусылар тауыш биреүҙең маҡсатын.
5 авгусҡаса теләгән һәр кем үҙ фекерен белдерә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика