12:35 (UTC+5), 30 Июля 2015

Өфөләр табиптарҙа бушлай тикшерелә ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләр табиптарҙа бушлай тикшереү үтә ала. 3 августан 7-нә тиклем Республика табип-физкультура диспансерында Физкультурниктар көнөнә арналған Асыҡ ишектәр аҙналығы ойошторола.
Был көндәрҙә сәләмәт йәшәү рәүеше, спорт медицинаһы, умыртҡа бағанаһының боҙолоуын, сколиоз һәм башҡа терәк-хәрәкәт системаһы сирҙәрен иҫкәртеү буйынса бушлай кәңәштәр алырға мөмкин.
Өлкәндәр Сәләмәтлек үҙәгендә тын алыу, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын, ҡандағы шәкәр, холестерин кимәлен тикшертә ала.
7 августа иртәнге сәғәт 11 тула 10 минутта диспансерҙың тренажер залында кескәй спортсыларҙың күрһәтмә сығыштары, йога дәрестәре уҙғарыла, Пилатес системаһы буйынса күнегеүҙәр күрһәтелә, шулай уҡ балалар өсөн эстафета ойошторола, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Республика табип-физкультура диспансерының адресы: Өфө ҡалаһы, Блюхер урамы, 1. Эш режимы: иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика