11:19 (UTC+5), 30 Июль 2015

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырылды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 30 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов төбәктең иң яҡшы эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Иҡтисад, социаль өлкә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт өлкәләрендә эшләгән 55 хеҙмәт алдынғыһы һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн наградалар менән баһаланды.
«Төрлө тармаҡтарҙа эшләһәгеҙ ҙә һеҙҙе юғары профессионаллек, яуаплылыҡ, һөнәргә тоғролоҡ кеүек сифаттар берләштерә, — тине Сергей Молчанов. — Уҙған йыл һәм ағымдағы ярты йыллыҡ йомғаҡтарынан күренеүенсә, төп күрһәткестәр буйынса республика һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәште, улар илдәге уртаса күрһәткестәрҙән яҡшыраҡ. Рәсәй төбәктәре араһында беҙ иҡтисади күрһәткестәр буйынса алдынғылар рәтендә. Йыл һайын Башҡортостанда тиҫтәләрсә яңы социаль объекттар төҙөлә».
Сергей Молчанов бүләкләнеүселәрҙең барыһын да Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотланы.
Ғалимдар, табиптар, уҡытыусылар, тренерҙар, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, водителдәр, тракторсылар, урмансылар наградаларға лайыҡ булды.
Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Өфөләге ойошмаһы рәйесе Галина Бычковаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре» тигән исем бирелде. Дүртөйлө ҡалаһынан «Йәшел береттар» ансамбле етәксеһе Рашат Фазлиәхмәтов Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен алды.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика