Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июль 2015, 15:07
Башҡортостанда ата-әсәләр балаларҙың наркотиктарға бирешеүсәнлеген асыҡлай ала
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда ата-әсәләр балаһының наркотиктар ҡулланыуға бирешеүсәнлеген асыҡлай ала. Бының өсөн уларға «Сәләмәт ғаилә» наркоманияны иҫкәртеү буйынса проект сиктәрендә әҙерләнгән тест үтергә кәрәк.
Проект етәксеһе, психиатр-нарколог Азат Әсәҙуллин һүҙҙәренсә, бындай тикшереүгә биш минут тирәһе талап ителә.
— Әлеге тест фәнни нигеҙләнгән, ә интернетты файҙаланыу теләгән һәр кемгә ғалимдарҙың асышын ҡулланырға мөмкинлек бирә, — тип билдәләне Азат Әсәҙуллин.
Был
тесты
«Сәләмәт ғаилә» проекты порталында үтергә мөмкин.
Теги:
наркоманияны иҫкәртеү
Читайте нас