06:47 (UTC+5), 27 Июля 2015

Башҡортостанда «Мәсетле оҫтаханаһы» төбәк-ара конкурсы уҙғарылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Мәсетле оҫтаханаһы» төбәк-ара конкурсы уҙғарылды. Сараны «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе һәм район хакимиәте ойошторҙо. Был хаҡта ER.RU порталы хәбәр итә.
«Мәсетле оҫтаханаһы»нда республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары, шулай уҡ Силәбе, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы командалары ҡатнашты.
«Конкурс тәү сиратта ауыл һөнәрҙәрен популярлаштырыуға, йәштәр араһында ауыл тормошон пропагандалауға йүнәлтелгән. Был һөнәрҙәр онотолмаясаҡ. Ауыл эшсәндәренә ярҙам итеү республика етәкселегенең дә, партияның да мөһим бурыстарының береһе булды һәм буласаҡ», — тине сәләмләү һүҙендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин.
Байрам Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында уҙҙы. Унда өс меңдән ашыу урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар йыйылды. Ҡатнашыусылар утын ярыу, мейес һалыу, умартасылыҡ, ҡоҙоҡ өсөн бура бурау, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Бесән сабыусылар конкурсында тамашасылар яҡташтарын айырыуса дәртләндерҙе.
Сара сиктәрендә бәйгелә ҡатнашыусы район хакимиәттәре башлыҡтары төбәк-ара һәм муниципаль-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарҙы. «Конкурс йыл һайын үткәрелер тип ышанам. Халыҡҡа оҡшаны. Киләһе йылда уны Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ойоштороу ниәте бар», — тип тәҡдим итте Рәмзил Ишһарин.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика