06:27 (UTC+5), 24 Июля 2015

Рөстәм Хәмитов Саҡмағош районының һөтсөлөк фермаларында булды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Саҡмағош районы агросәнәғәт комплексы предприятиеһының эше менән танышты.
Йомаш ауылында республика етәксеһе «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативының һөтсөлөк-тауар фермаһында булды, йәш таналар аҫрау өсөн урынды һәм тоҡомло малдар күргәҙмәһен ҡараны. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко яһалма ҡасырыу республика программаһы хаҡында һөйләне.
Дөйөм хаҡы 49 миллион һум булған һыйыр һауыу залы һәм аҙбар ауыл хужалығы кооперативының үҙ аҡсаһына төҙөлгән. Әлеге ваҡытта бында 600 голштин-фриз тоҡомло һауын һыйырҙары бар.
Йомаш фермаһы — районда һөт етештереү буйынса лидерҙарҙың береһе. Былтыр бында 2 696 тонна һөт һәм 161 тонна ит етештерелгән. Бер һыйырҙан уртаса һауым 7 856 килограмм тәшкил итә, уртаса тәүлек артымы — 705 грамм.
Рөстәм Хәмитов «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативының ҡаҙаныштарын юғары баһаланы һәм «Баҫыу көнө-2015» семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашырға килгән район башлыҡтарына уларҙы миҫалға килтерҙе.
Ошо уҡ ауылда республика Башлығы 600 башҡа иҫәпләнгән тағы ла бер һөтсөлөк-тауар фермаһын төҙөү барышы менән танышты. «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы уны «500 ферма» республика программаһы сиктәрендә төҙөй.
Рапат ауылында Башҡортостан Башлығы «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативының 526 башҡа иҫәпләнгән һөтсөлөк -тауар фермаһында булды, ул «500 ферма» республика программаһы сиктәрендә төҙөлә. Эштәр былтыр июль айында башланған. Ошо маҡсатта ауыл хужалығы кооперативы 85 миллион һум аҡса бүлгән.
Ферманың етештереү ҡеүәте 3 675 тонна һөт һәм 100 тонна ит тәшкил итәсәк. Бер һыйырҙан уртаса һауым — 7 мең килограмм, уртаса тәүлек артымы 750 грамм булыр тип күҙаллана. 2015 йылдың аҙағына тиклем проект ҡеүәтенә сығыу ҡаралған.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика