Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.41
-0.92
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2015, 12:25

Өфө БРИКС һәм ШОС илдәренең беренсе йәштәр форумын ҡабул итә

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 26 июлдән 29-на тиклем Өфөлә БРИКС һәм ШОС илдәренең беренсе йәштәр форумы уҙғарыла. Унда Рәсәйҙең, Бразилияның, Һиндостандың, Ҡытайҙың, Көньяҡ Африка Республикаһының, Ҡаҙағстандың, Ҡырғыҙстандың, Тажикстандың, Үзбәкстандың йәш лидерҙары ҡатнаша. Форумды ойоштороусылар билдәләүенсә, бөтә ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәренең эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса мөһим ҡаҙаныштарға эйә, улар Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһына.
«Хәҙер БРИКС-та Рәсәй рәйеслек итә, шуға күрә мөмкин тиклем күберәк берлектәге проекттар булдырыу өсөн ошо мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға тейешбеҙ. Был форумға ошо илдәрҙең йәмәғәтселек эшмәкәрлеге, бизнес, сәйәсәт, дипломатия менән шөғөлләнеүсе әүҙем йәштәре йыйыласаҡ. Беҙҙең бурысыбыҙ — улар аралашһын, тәжрибә уртаҡлашһын, үҙҙәренең эшмәкәрлек өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү юлдарын билдәләһен өсөн урын булдырыу», — тип һөйләне Рәсәйҙең Йәштәр союзы рәйесе Павел Красноруцкий.
Рәсәй йәмғиәтендә барған социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси, фәнни һәм мәҙәни үҙгәрештәрҙе объектив ҡабул итеүгә ярҙам, шулай уҡ берләшмә ағзалары булған илдәрҙең йәмәғәтселек эшмәкәрлеге өлкәһендә дөйөм мәғлүмәт киңлеген булдырыу — форумдың төп маҡсаттарының береһе. Форум биш йүнәлеш буйынса эшләйәсәк, уларҙың йөкмәткеһе БРИКС аббревиатураһының хәрефтәре менән тап килә: B — business (бизнес), R — responsibility (яуаплылыҡ), I — Innovation (инновациялар), C — cooperation (хеҙмәттәшлек), S — science (фән).
Читайте нас: