10:25 (UTC+5), 23 Июля 2015

Баш ҡала уҡыусылары халыҡ-ара алмашыу буйынса Төркиәгә барасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө уҡыусылары «MULTI» халыҡ-ара алмашыу программаһы буйынса Төркиәгә барасаҡ. 26 июлдә 14 үҫмер Мерсин ҡалаһына юллана, унда улар ике аҙна буйына төрөк ғаиләләрендә йәшәйәсәк. Уларҙы ҡыҙыҡлы, бай программа көтә: уҡыусылар Төркиәнең мәҙәниәте, сәнғәте, йолалары менән танышасаҡ, ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсияға сығасаҡ һәм диңгеҙ буйында ял итәсәк. Был хаҡта ошо сәйәхәтте ойошторған Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте комитетынан хәбәр иттеләр.
Баш ҡалала «MULTI» халыҡ-ара алмашыу программаһы 2009 йылдан ғәмәлгә ашырыла, ул Төркиәне, Германияны, Японияны, Ҡытайҙы берләштерә. Унда 18 йәшкә тиклемге һәләтле, инглиз телен яҡшы белгән егет-ҡыҙҙҙар ҡатнаша ала.
Программаның маҡсаты — халыҡ-ара йәштәр сәйәсәте өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, йәштәр ойошмалары һәм берләшмәләре араһында тәжрибә уртаҡлашыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика